Иглин районында буласаҡ әсәйҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы мәктәп асылды

Кесаҙна һайын үҙәк дауахана белгестәре асыҡ ишектәр көнө ойоштороп, йөклө ҡатындар өсөн лекциялар уҡый. Тәүге осрашыуға тиҫтәгә яҡын гүзәл зат килде, уларҙың күбеһе бала көтә.

Табиптар әсә һәм сабый организмы өсөн коронавирус инфекцияһы эҙемтәләре хаҡында һөйләп, вакцинация үтеү мөһимлеген билдәләне. Йөклөлөктөң 22-се аҙнаһынан прививка ҡаҙатыу рөхсәт ителгән. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы ауырлы саҡта Гам-Ковид-Вак препаратын яһатырға кәңәш итә.

Йөклөлөктөң 26 аҙнаһындамын. Икенсегә әсәй булырға әҙерләнәм. Ҡарынымдаға сабыйымды һаҡлар өсөн прививка ҡаҙатырға ҡарар иттем. Ғаиләмдәгеләр ҙә ревакцинация үтә башланы.

Вера Силантьева, Иглин ауылында йәшәүсе
Фото №1 - Иглин районында буласаҡ әсәйҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы мәктәп асылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ