Өфөлә активистар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Черниковка биҫтәһендәге «Курочкина гора» убаһында парк төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Урындағы халыҡ менән фекер алышып ирекмәндәр проектты ойоштороу буйынса ҡала хакимиәте етәкселегенә мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
Маҡсат тормошҡа ашҡан осраҡта ташландыҡ майҙан урынында ғаилә менән ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Осрашыуҙа урманлы уба тирәләй юлды тәртипкә килтереү, паркҡа килеүселәр өсөн эскәмйәләр, бәҙрәф һәм сүп-сар һауыттарын ҡуйыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү һорауҙары күтәрелде.




