Бал, ит, йәшелсә-емештәр һәм башҡа сифатлы аҙыҡ-түлек етештереүселәр үҙҙәре үк һатыу итә

Өфөлә ауыл хужалығы йәрмикәләре ойошторолдо. Сауҙа майҙаны Эшсе хәбәрселәр урамында яңыртылған павильонда ла эшләне. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Хаҡлы ялдағы Мәснәүи Шәйхулов йәрминкәгә диетик ризыҡ һаналған күркә итен килтергән. Благовещен ҡалаһында шәхси йортта йәшәүсе хеҙмәт ветераны быйыл 20 күркә алып үҫтергән. Бөгөнгө йәрминкәгә уларҙың етәүһен һатыуға сығарҙы.

Йәрминкәлә балдың килограмын 350-650,  ҡаҙҙы 450-500, тауыҡты – 250-280, өйрәктәрҙе 330-350, йылҡы итен – 400-480 һумдан һатып алырға мөскин ине. Ҡала халҡы ла сифатлы аҙыҡ-түлекте көтөп алған.

Мәснәүи Шәйхулов, ит һатыусы

Йәрминкә республиканың 17 районынан шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығында үтә. Эшсе хәбәрселәр урамындағы сауҙа рәттәрендә 54 нөктәлә һатыу ойошторолған. Аграрийҙар етештергән бал, ит, һөт һәм башҡа аҙыҡ-түлек ентекле ветеринар контроль үткәндән һуң ғына сауҙаға сығарыла.

 Киров районында ойошторолған йәрминкәлә ярты тонна бал, 60 килограмм ҡаҙ, 130 килограмм тауыҡ, 60 килограм өйрәк, 280 килограмм йылҡы, тонна ярым һыйыр ите һатыуға сығарылды.

Киров районының Эшсе хәбәрселәр урамы, 20 адресы буйынса ойошторолған был йәрминкәлә халыҡҡа күпләп ит продукцияһы тәҡдим ителде. Барлыҡ ауыл хужалығы тауарҙары ла ныҡлы ветеринар тикшереүҙән һуң ғына һатыуға сығарылды. Йәрминкә йәкшәмбе көндө лә иртәнге туғыҙҙан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләйәсәк.

Фото №1 - Бал, ит, йәшелсә-емештәр һәм башҡа сифатлы аҙыҡ-түлек етештереүселәр үҙҙәре үк һатыу итә

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ