Бөгөн баш ҡалала үткән фестиваль шулай атала. Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған акция тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә арналды.
Фестиваль сиктәрендә йыйылған шешә ҡапҡастары икенсел эшкәртеүгә тапшырыла, аҡсаһы ауырыу балаларҙы дауалауға йүнәлтелә. Активистарға махсус приз тапшырылды. Майҙанда сарала ҡатнашыусы уҡыусылар өсөн эко-лекторий, викторина һәм флешмоб та ойошторолғайны.







