Зәңгәр экрандарға тоғролоҡ...

21 ноябрь халыҡ-ара телевидение көнө билдәләнә. Ошо көндәрҙә шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эш башлауға 20 йыл тула. «Яңылыҡтар» – хеҙмәте БЮТ каналының йөҙө.

Был редакция коллективы өсөн ял да, байрам көндәре лә юҡ, ижади коллектив тәүлек әйләнәһенә сафта, улар республикалағы мөһим сәйәси-ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнай, ғәҙәттән тыш ваҡиғаларҙы яҡтырта. Ә «Яңылыҡтар»ҙың башҡорт бүлеге зәңгәр экрандарға тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡ өлгөһө.

Редакциялағы журналистарҙың күбеһе телевидениела 20, 30 йыллап эшләй. Һәр береһен тыуған республикабыҙға, халҡыбыҙға, телебеҙгә һөйөү өлгөһө тип әйтергә мөмкин. «Яңылыҡтар»ҙың тынғыһыҙ коллективы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Эфирҙа «Яңылыҡтар» сығарылышы. Был сәләмләүҙе зәңгәр экрандарҙа көн һайын иртәнге сәғәт етенән төнгө 11-се яртыға тиклем ишетергә мөмкин. Бары тик видеояҙмалар һәм студиялағы дикторҙар үҙгәрә. Алып барыусылар – һәр редакцияның көҙгөһө. Мәғлүмәттең тамашасы күңеленә барып етеүе тап уларҙың һөнәри оҫталығына бәйле. «Яңылыҡтар»ҙың йөҙө, алыштырғыһыҙ дикторҙары – Гөлнур Вәлиева, Рита Шәмсетдинова һәм Гүзәл Мөхәмәтйәнова.

Әммә видеояҙмалар студияға еткәнсе оҙайлы юл үтә. «Яңылыҡтар» бригадаһының хатта 1 минутлыҡ сюжет әҙерләү өсөн дә меңдәрсә километр үтеүе ихтимал. Эш материалды төшөрөү менән генә сикләнмәй. Текст яҙыу, монтажлау шарт. Видеояҙмаларҙың өс секундлыҡ ҡына кадрҙарҙан йыйылыуын иҫәпкә алғанда, монтажды күҙ алдына баҫтырыға була. Режиссер Зәлифә Бикташева Башҡортостан юлдаш телевидениеһында беренсе көндән эшләй, тәүге эфирҙар ҙа хәтеремдә, ти ул.

Башҡорт редакцияһының маҡсаты яңылыҡтар менән таныштырыу ғына түгел. Ижади коллектив әҙәби тел нормаларын һаҡлаусы, үҫтереүсе, тыуған телгә һөйөү тәрбиәләүсе лә булып тора. «Яңылыҡтар»ҙа текстарҙың грамоталылығы өсөн Рәйлә Күсемханова яуап бирә. Сюжеттарҙы мөхәррирләү уның иңендә.

Эфирҙың уңышы сығарылыштың дөрөҫ итеп тупланыуына, анонстарҙың ҡыҙыҡлы итеп бирелеүенә лә бәйле. «Яңылыҡтар»ҙың башҡорт редакцияһында эфирҙар өсөн Гөлдәриә Йосопова, Илдар Байбулатов һәм Рафиҡ Әхмәтшин яуаплы. Һәр береһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тәүге көндәрҙән алып, Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙының хеҙмәт стажы 30 йылдан ашыу, Рафиҡ Үзбәк улы менән Илдар Зөлфәр улы 20 йыл эшләй. 

«Яңылыҡтар»ҙа эш башлағандарҙан айырмалы Гүзәл Борханова менән Рәмилә Исмәғилеваның башҡа редакцияларҙа ла эшләү тәжрибәһе бар. Улар яҙмыш тап «Яңылыҡтар» редакцияһы менән бәйләүенә шат. Донъя, ил, республика кимәлендәге ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнау, мәғлүмәтте тәүгеләрҙән булып еткереү, үҙе бер бәхет.

Гөлназ Хәйбуллина менән Азат Ғәлиуллин «Яңылыҡтар»ҙа 10 йыл элек эш башлай. Көтөлмәгән командировкаларға юлланырға, таңғы биштән  йәки төн уртаһында видеояҙмалар төшөрөргә, ял-байрам көндәрендә эшләргә һәр кем риза түгел. Әммә журналист был хеҙмәтте һайлаған икән, тимәк, ул «Яңылыҡтар»ҙың ысын фанаты. 

Йәштәр – редакцияның киләсәге. Социаль селтәрҙәр, блогерлыҡ үҫешкән заманда йәш быуындың етди хеҙмәтте һайлауы иғтибарға лайыҡ. Сөнки «Яңылыҡтар» хайптарҙан йыраҡ тора, тамашасыларға тик тикшерелгән мәғлүмәттәр генә тәҡдим ителә. Флорида Ким редакцияға Мәскәү дәүләт университетынан, ә Әлфинә Килдейәрова Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан һуң килә.

«Яңылыҡтар»ҙағы һәр хеҙмәткәр хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Тотош  республика буйынса мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплап, көндәлек эшмәкәрлекте билдәләгән координация хеҙмәте, кадр артында ҡалып та видеоларға сикһеҙ һөйөү менән баҡҡан операторҙар, иғтибарлы, яуаплы водителдәр. «Яңылыҡтар»ҙа ысын патриоттар ғына эшләй ала. Ә башҡорт редакцияһын зәңгәр экрандарға тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡ өлгөһө тип әйтергә була. Бында тик патриоттар эшләй лаа.

Бәләкәй генә кабинеттарҙы заманса йыһазландырылған ошондай ньюсрумдар алмаштыра. Ауыр, ҙур видеокамералар урынына уңайлы, йәтеш ҡоролмалар килә. Хәҙер видеояҙмалар төшөрөү өсөн дә йыш ҡына алмашынып торған ВХС, Бетакам, Дивикам тигән кассеталар кәрәкмәй. Усҡа ғына һыймалы флешкалар ҙа етә.

Тик шарттар, заман үҙгәреүгә ҡарамаҫтан ижади коллективтың асылы шул килеш ҡала. «Яңылыҡтар» ҙа тыуған республикаһын, халҡын, телен һөйгән, үҙ эшен яратҡан шәхестәр генә эшләй ала. 

Фото №1 - Зәңгәр экрандарға  тоғролоҡ...

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ