12 апрель - Космонавтика көнөндә Мәләүез ҡалаһында яңы парк асыла

Тәүге йыһангир Юрий Гагариндың исемен йөрөткән паркты яңыртыу «Ҡала мөхите» программаһы буйынса башҡарылған. Былтыр йәй айҙарында бында ҡарт ағастар ҡырҡылған, заманса балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Ял зонаһын шулай уҡ тәүге космонавтың һөйкәле лә биҙәй. Бынан тыш, ошо уҡ программа сиктәрендә Мәләүездә 20-нән ашыу йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән. Быйыл уларҙың һанын 30-ға тиклем еткерергә ниәтләйҙәр. Иң мөһиме, ҡаланы тәртипкә килтереү эшендә ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнаша, экологик өмәләргә сыға. Паркты рәсми асыу тантанаһы апрелгә билдәләнһә лә, төҙөк һәм бөхтә майҙан әленән үк ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнгән.

Фото №1 - 12 апрель - Космонавтика көнөндә Мәләүез ҡалаһында яңы парк асыла

Рәмил Ғайсин, Мәләүез ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Ял көндәрендә паркта ҡышҡы фестивалдәр уҙғарабыҙ. Уҡыусыларҙың физкультура дәрестәре ошонда үтә. Паркка өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән йөрөй».

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ