Илдәге телеканалдар исемлегендә БСТ алтынсы урында, һуңғы йылда бер баҫҡысҡа күтәрелгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә Рөстәм Зарафетдинов белдерҙе. Телерадиокомпания директоры эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап киләһе йылдарға пландар менән таныштырҙы.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Спутник ФМ радиоһы асылыуға быйыл 20 йыл тулды. “Башҡортостан” дәүләт компанияһына шулай уҡ “Тамыр”, “Ҡурай”, “Сәләм” телеканалдары, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары, bash.news интернет-порталы, ЮлдашПлюс интернет радиоһы инә. БСТ тапшырыуҙары көн һайын ОТР федераль каналында һанлы телевидениеның беренсе мультиплексында сыға.







