Танылған ғалим Ғиниәт Ҡунафинға 75 йәш

Ул хеҙмәт юлын район газетаһы хәбәрсеһе булып башлай. Артабан армия хеҙмәтенә алына. Унан һуң юғары уҡыу йортонда, аспирантурала уҡый. Бөгөн танылған ғалим һәм педагог, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәтулла Ҡунафинға 75 йәш. Ул ошо уҡыу йортонда 40 йыл эшләй. “Йәштәргә һабаҡ биреү – изге бурыс”, - ти Ғиниәтулла Сәфиулла улы.

Танылған ғалим Ғиниәт Ҡунафинға 75 йәш

“Ғиниәтулла Ҡунафин үҙенсәлекле уҡытыусы”, - ти педагогтың студенттары. Нурия Ғилмуллина әйтеүенсә, ул хеҙмәтен күңел һалып башҡара, янып һәм дәртләнеп эшләй.

Танылған ғалим Ғиниәт Ҡунафинға 75 йәш

Күптән түгел Ғиниәтулла Ҡунафин “Хеҙмәт даны” миҙалы менән бүләкләнде.

Фото №1 - Танылған ғалим Ғиниәт Ҡунафинға  75 йәш
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ