Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусы тигән төшөнсә беҙҙең йәмғиәттән юғала

Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай уҡ башҡа көнүҙәк темалар ҙа тикшерелде. Мәҫәлән, мәктәп ашханаларында аҙыҡ-түлек әҙерләү технологияларын боҙоу 7 тапҡырға тиерлек кәмегән, уҡыусыларҙы туҡландырыу сифаты яҡшырған.

Андрей Назаров республикала вакцинацияны ойоштороу кимәлен дә юғары баһаланы. Өлкән йәштәгеләр өсөн махсус пункттар асылыуы айырым иғтибарға лайыҡ, тине Хөкүмәт рәйесе. Статистика  мәғлүмәттәре лә мәкерле сирҙең сигенеүен, күрһәтә.

Андрей Назаров Башҡортостан юлдаш телевидениеһын 20 йыллығы менән  ҡотлап,  Радий Хәбировтың рәхмәт хатын да тапшырҙы. Медиатикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Республиканың төп телеканалы  тамашасылар араһында үҙ рейтингын күтәргән һәм федераль каналдарҙан ғына ҡалыша. Оператив кәңәшмәлә хеҙмәт баҙарындағы хәл дә ҡаралды.

Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда,  эшһеҙлек күрһәткесе  4 тапҡырға тиерлек кәмегән. Бынан тыш, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар тигән төшөнсә юҡҡа сыға. Әле республикала 114 проблемалы объект ҡалған,  алданған кешеләр иҫәбе - 3 мең 900. Әммә иң мөһиме исемлек өҫтәлмәй,  кәмей.

Фото №1 - Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусы тигән төшөнсә беҙҙең йәмғиәттән юғала

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ