Стәрлетамаҡта сыҡҡан төнгө янғында аталы-уллы ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Ике бала уттан иҫән ҡотолған. Бәхетһеҙ осраҡ ҡаланың Демократик урамындағы шәхси йортта теркәлгән. Унда 5 кешенән торған ғаилә йәшәүе мәғлүм. Осраҡ буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы енәйәт эше ҡуҙғатты. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ишле ғаиләне күрше-күлән тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡ ине, ти улар. Дүрт бала тәрбиәләгән йәштәрҙең өлкән ҡыҙы быйыл Ҡазан ҡалаһына уҡырға ингән. Оҙаҡ йылдар ғаилә хыялланған йорттарын төҙөп сығып, киләсәккә яҡты маҡсаттар менән йәшәгән.

Тик хыялдар  бер көндә селперәмә килә. Дүшәмбегә ҡараған төндә әсә кеше эштә була, Йортта ғаилә башлығы 14 йәштәге ҡыҙы һәм 12- 5 йәшлек ике улы менән ҡалған.

Ҡыҙ бала ут ялмап алған йорттан 12 йәшлек ҡустыһы менән бергә сыға. Кинйәләрен ярҙамға килгән күршеһе ҡотҡара. Әммә, билдәһеҙ сәбәп буйынса ғаиләнең уртансы улы урамға сығып та ҡабат утҡа инә. Һәм кире әйләнеп сыҡмай.

 Ваҡиға урыны тәфтишселәр тарафынан өйрәнелде. Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Шаһиттарҙан һорау алына.

Евгений Каневский, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы

Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса ут йорттоң беренсе ҡатынан башланған. Шул арала битараф булмаған күршеләр бәләгә тарыусыларға ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу ойошторорға теләй. Янғында ишле ғаиләнең бар мөлкәте менән бергә, бәхетле тормошо  көл-күмергә әйләнә. 

Фото №1 - Стәрлетамаҡта сыҡҡан төнгө янғында аталы-уллы ике кешенең ғүмере өҙөлгән

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ