Башҡортостан VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатына әҙер

Йәштәр йөҙҙән ашыу компетенция буйынса һөнәри оҫталығын күрһәтәсәк. Улар араһында «Янғын хәүефһеҙлеге» һәм «Ҡотҡарыу эше» йүнәлештәре лә бар. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Өфөнөң янғын һағы идаралығы етәкселеге менән ярыш майҙансыҡтарын ҡараны.

Уларҙың береһендә автомобиль макеты ҡуйылған, мәктәп уҡыусылары, студенттар юл-транспорт ваҡиғаларында ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмәләр ойошторҙо. Сара сиктәрендә «Ҡоҙоҡ», «Лабиринт», «Скалодром» тренажерҙары мөмкинлектәре менән дә таныштырҙылар. Әйткәндәй, WorldSkills-тың төбәк этабы 7 декабрҙән 11-нә тиклем уҙа.

Уҙған милли чемпионатта Башҡортостан командаһы «Янғын хәүефһеҙлеге» компетенцияһында икенсе урынға лайыҡ булды. Беҙҙең Юғары һөҙөмтә менән ғорурланырға тулы хоҡуғыбыҙ бар. «Ҡотҡарыу эше» йүнәлешендә лә йәштәр ҙур тырышлыҡ менән сығыш яһаны,  әммә еңеү яуларға оҫталыҡ, тәжрибә етмәне. Етешһеҙлектәр, хаталар билдәле, киләһе чемпионатҡа етдирәк әҙерләнергә кәрәк.

Ирек Сәғитов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары
Фото №1 - Башҡортостан VII «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионатына әҙер

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ