Валентина Куркинаның Өфө -Краснодар йүнәлешендә һатып алған билеты юбилейлы һанға тура килгән. Ҡатын баш ҡалаға ҡунаҡҡа килгән. Бөгөн ул Краснодарға осто.
Мостай Кәрим исемендәге Өфө Халыҡ-ара аэропортында уға авиакомпания сертификат тапшырҙы. Документ ике кешегә бушлай илдең теләһә ҡайһы йүнәлешендә бер тапҡыр самолетта бушлай барып ҡайтыу мөмкинлеге бирә.
Авиакомпания 2017 йылдан бирле эшләй. Самолеттар Рәсәй төбәктәренә оса. 5 миллион пассажир 2017 йылдан бирле йыйылған. Пандемия ваҡыты пассажир ташыуға һиҙелерлек тәьҫир яһаманы, ти компания етәкселеге.
Рәмилә Исмәғилева







