Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны һис кәмемәй

675 яңы осраҡ. Пандемия башланған көндән ауырыуҙы 100 меңдән ашыу кеше йоҡторған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн стационарҙарҙа 637 пациент дауалана, уларҙың 100-ҙән ашыуы ауыр хәлдә, 11-е тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында.

Һуңғы тәүлектә коронавирустан йәнә 30 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны әкренләп 3 мең ярымға яҡынлай.

Коллектив иммунитет булырыу өсөн вакциналау планы әлегә 65 процентҡа үтәлгән. Республикала прививканың ике компонентын да бер миллион 600 меңдән ашыу кеше эшләткән. Һуңғы тәүлектәге күрһәткес 11 меңдән саҡ ҡына күберәк.  Башҡортостанға 2 миллион ярым дозаға яҡын вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны һис кәмемәй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ