Өфөлә йәшәүселәр билдәле аш-һыу бүлмәһе йыһаздарын етештереүсе ойошмаға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, кухня ваҡытында әҙер булмай, шуға күрә улар йәйҙән алып мультиваркала бешереп, һауыт-һабаны ваннала йыуырға мәжбүр. Мәсьәне БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.
Ремонт эшләнгән, йорт йыһаздары ла ҡуйылған, тик аш-һыу бүлмәһе хәҙер инде дүрт ай тирәһе гарнитурһыҙ. Һауыт-һаба батмус һәм пластик һауыттар эсендә, ә аҙыҡ-түлек йәшниктәрҙә. Башҡа кәрәк-яраҡтарға әле урын юҡ. Күптән хыялланған кухня урынына бары тәртипһеҙлек кенә, ти Светлана ханым.
Барыһы ла ойошманы интернет селтәрендә табып, улар тәҡдим иткән йорт йыһаздарын оҡшатыуҙан башлана. Август башында «Планета» кухнялар салоны менән килешеү төҙөлә. Эюбовтар ғаиләһе һүҙҙәренсә, документҡа ярашлы 60 көн эсендә бар йыһаздар ҙа килтерелеп, урынлаштырылырға тейеш була. Ләкин әлегә эштәрҙең яҡынса 50 проценты ғына үтәлгән, тип зарлана күп балалы әсә. Кухня өсөн Эюбовтар 300 мең һум аҡса түләй, был сумманы ваҡытында индереү өсөн йәш ғаилә кредит алған була.
Кран аҫтынан һыу аға, өҫтәлдәрҙең бейеклеге алдан килешелгәндән бейегерәк булып сыға. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында «Планета» кухнялар салонына шылтыраттыҡ. Тәүҙә ойошма хеҙмәткәрҙәре яңы йыл адынан заказдар күплегенә һәм бар клиенттарҙың да тарихын хәтерләмәүенә һылтанды.
Был тарих менән Светлана үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлаша, ошондай уҡ хәлдә ҡалған ғаиләләр бер улар ғына ла түгел, тағы ла бар икәнлеге асыҡлана. Шулай ҙа хужабикә мәсьәлә яҡын арала хәл ителер тип өмөтләнә.
Әлфинә Килдейәрова





