Башҡортостандың ҡайһы бер мәктәптәренә иҫкергән аҙыҡ-түлек килтереү осрағы теркәлгән. Был турала Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. “Туҡланыу юғары кимәлдә булырға тейеш. Шулай уҡ балаларҙы ашатыу буйынса федераль аҡсаны үҙләштерергә кәрәк”, тине ул.
Башҡортостанда мәктәптә туҡланыу ойошторған аутсорсерҙар ҡуртым өсөн хаҡ түләмәй. Был турала Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә килешелде.







