Республика менән идара итеү үҙәге эшендә иң мөһиме - кешеләр, халыҡты борсоған мәсьәләләр. Хөкүмәттә уҙған кәңәшмәлә үҙәктең бер йыллыҡ һөҙөмтәләре барланды. Башҡортостан башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, Республика менән идара итеү үҙәгенә 18 мәғлүмәт системаһы интеграцияланған. Улар төрлө өлкәләрҙәге һәм айырым биләмәләрҙәге проблемаларҙы асыҡларға, анализларға ярҙам итә.
Республика менән идара итеү үҙәге социаль коммуникациялар, мәғлүмәти һәм иҡтисади аналитика блоктарынан тора.








