2017 йылдан ике меңгә яҡын күп фатирлы йортта комплекслы ремонт башҡарылған. Ҡайһы бер ҡалаларҙа “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” һәм “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программалары бергә алып барыла. Быйыл 181 күп фатирлы йортта ихата төҙөкләндәрелгән, подъездар ремонтланған һәм йорттар янында парк-скверҙар тәртипкә килтерелгән.







