Өфөлә йәмәғәт транспортында QR-код һорауҙары ихтимал

Баш ҡала мэры Сергей Греков баш ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Сауҙа, туҡланыу, мәҙәниәт, спорт ойошмаларында санитар талаптар үтәлешен тикшереү дауам итә. Ҡайһы бер автобустарҙа ла пассажирҙарҙың QR-кодын тикшерергә кәрәк, тине Сергей Греков. Татарстанда бөтә йәмәғәт транспорты вакцина алғандарҙы ғына хеҙмәтләндерә башланы. Башҡортостанда әле бындай ҡәтғи талап юҡ, бөтә ил буйынса был тәртип индерелгән осраҡта ғына ҡулланасаҡбыҙ, тип белдерҙеләр республика властары. Әйткәндәй, Өфөлә коронавирустан вакциналау күрһәткесе 82 процент булды.

Фото №1 - Өфөлә йәмәғәт транспортында QR-код һорауҙары ихтимал
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ