Был аҙнала унда танылған артист исемен йөрөткән йыр конкурсы финалы үтә. Ярышта һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша. Ғәли Хәмзиндың туғаны, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы етәксеһе урынбаҫары Хәлил Хәмзин белдереүенсә, быйыл ижади ярыштың даирәһе киңәйтелгән.
Ғәли Хәмзин исемендәге конкурс быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Йырсының ижадын Рәсәй төбәктәрендә лә яраталар. Күптән түгел Әстраханда йәшәгән музыка уҡытыусыһы артистҡа бағышланған фильм төшөргән. “Ғәли Хәмзин башҡарған халыҡ йырҙарын минең уҡыусыларым да теләп өйрәнә”, тип белдергән ул.







