Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәттә онлайн кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Мәктәптә ашатыу сифатын үҫтереү өсөн саралар күрелә. Мәҫәлән, буфеттар тәртипкә килтерелә. Әле республикала Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Бөрө районы мәктәптәрендә экобуфеттар асылған. Яҡын арала Туймазы, Яңауыл, Ишембай, Мәләүез райондары мәктәптәрендә лә яңыртылған буфеттар булдырыла.







