Шаран районында йәшәүсе Рәүилә менән Рөстәм Ғәлиуллиндар республикалағы тәүге патронат ғаиләләрҙең береһе.
Бөгөн уларҙың өйөндә 8 бала, шул иҫәптән бәлиғ булмаған ете ҡыҙ һәм малай тәрбиәләнә. Сирек быуаттан ашыу Үзбәкстандың Бохара ҡалаһында ҡауышҡан пар ике балаға ғүмер бүләк итә. Советтар Союзы тарҡалғас Ғәлиуллиндар Башҡортостанда төпләнә.
2006 йылда ҡыҙҙары Рената менән улдары Руслан үҙ донъяларын ҡорғас, ата-әсәлә берәй балаға ғаиләле булырға ярҙам итеү теләге уяна. Өҫтәүенә Рәсәйҙә уллыҡҡа йәки опекунлыҡҡа бала алырға рөхсәт бирелә. Шул ваҡыттан алып Дмитриева Поляна ауылында йәшәүсенең ғаиләнең яңы тормошо башлана.
Ғәлиуллиндар бөгөн 4 бүлмәле иркен йортта йәшәй. Балалар уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшеүҙән тыш, хужалыҡ эштәрендә лә ихлас ярҙамлаша. Уңған ғаилә ауыл биләмәһен төҙәкләндереүҙә һәм мәктәптә ойошторолған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.







