Рәсәй буйлап «Сәләмәт тормош – уңышҡа юл» марафоны дауам итә

Сараның сираттағы туҡталышы - Өфөнөң Сәнғәт училищеһы ине. Уҡыу йорто сара үҙәге итеп осраҡлы ғына һайланмаған: бәйгелә колледж студенттарының 91 проценты ҡатнашып, юғары һөҙөмтә күрһәткән.

Бөгөн училищеның тантана залында еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырылды. Фойела ҡатнашыусыларҙың ижади эштәре – сәләмәт тормош темаһына арналған һүрәттәр һәм плакаттар күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Воркшоп форматындағы сара, Башҡортостандан тыш, Краснодар крайы, Ҡырым республикаһы, Воронеж һәм Архангель өлкәләрендә лә үтә.

Фото №1 - Рәсәй буйлап «Сәләмәт тормош – уңышҡа юл» марафоны дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ