Тәтешле районының Алға ауылы тракторлы булды

«Беларусь» менән алға. Тәтешле районының Алға ауылы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып тракторлы булды. Түбәнге Балтас хакимиәтенең иң төпкөл ауылы өсөн техника алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Ҡар яуғанда махсус техника был ауылға иң һуңы килә.

Бурандарҙа инде бөтөнләй көтөп алып булмай. Район үҙәгенә юл был ваҡытта тулыһынса өҙөлә. Йөрөп уҡыусы балалар өсөн көтөлмәгән каникулдар башланһа, оло йәштәгеләр табип күҙәтеүенән мәхрүм ҡала. Хәҙер инде юл таҙартыу проблемаһы хәл ителде.

Түбәнге Балтас ауыл советына 11 ауыл ҡарай. Уларҙа 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ бында үтә лә әүҙем. Урындағы башланғыстарға ярҙам имтеү программаһында йыл да ҡатнашалар. Былтыр мәҫәлән Ҡытҡыйылға ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына мемориал урынлаштырылған, зыярат төҙөкләндерелгән.

Ауыл халҡы киләһе йыл да  программала ҡатнашырға иҫәп тота. Был юлы улар юл төҙөкләндермәксе. Ауыл биләмәһенә ҡараған 20 саҡрым юлдарҙың бер ни тиклеме түшәлмәгән.

Фото №1 - Тәтешле районының Алға ауылы тракторлы булды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ