Тылсымлы Хогвартсҡа сәйәхәтте хәтерләткән экспресс Стәрлетамаҡтан Аҡ Күл станцияһына тиклем бара. Фантастик поезда пассажирҙарҙан башҡа билдәле фильмдың персонаждарын да осратырға мөмкин.
Малай-ҡыҙҙарға Гарри Поттер таҫмаһында кеүек үк Хогвартстан хаттар һәм тылсымлы таяҡтар таратылды. Ике сәғәтлек юлға иҫәпләнгән поезд киләһе маршрут менән юлға 28 ноябрҙә сыға тип көтөлә.







