Пациенттар запас ишектән эвакуацияланды, иҫен юғалтҡан табиптың береһен күтәреп сығарырға тура килде

 Бөгөн республика клиник психиатрия дауаханаһында шартлы янғын сыҡты. Тактик күнегеүҙәр барышында янғын һүндереүселәрҙең медицина персоналы менән берлектәге эш алымдары тикшерелде. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе репортажында.

Дауахана корпустарының береһендә шартлы ут сығыуы тураһында хәбәр иртәнге сәғәттәрҙә килә. Янғын һүндереүселәр килеп етмәҫ элек 20-ләп кеше үҙ аллы урамға сығып өлгөрә. Әммә легенда буйынса, эвакуация мәлендә медицина хеҙмәткәрҙәренең береһе аңын юғалтып ҡолай, икенсеһе ут ҡамауында ҡала. Тактик күнегеүҙә ҡатнашыусылар алдында ҡазаға тарыусыларҙы бина эсенән сығарып, ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырыу бурысы ҡуйылды. 

Янғын һүндереүселәрҙең тағы ла бер төркөмө ҡамауҙа ҡалған икенсе хеҙмәткәрҙе тәҙрә аша эвакуацияланы. Бының өсөн баҫҡыслы махсус техника йәлеп ителде. Шуныһы мөһим, ғәҙәти булмаған хәлдә һәр кем тыныслыҡ һаҡланы. Был иһә янғын ваҡытындағы төп ҡағиҙә.

Пандемияға ҡарамаҫтан, республика дауаханаларында бындай күнегеүҙәр даими ойошторола. Сөнки медицина учреждениеларында ут сығыу осрағы өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал - үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған пациенттарҙың һәм сирлеләрҙең булыуы эвакуацияны ярайһы уҡ ҡатмарлаштыра.

Янғын һүндереү часы Базилевка ауылындағы дауахана биләмәһендә урынлашҡан. Корпустарҙа психик яҡтан ауырыған кешәләр дауаланыуын иҫәпкә алғанда, ут менән көрәшеүселәрҙән айырыуса уяулыҡ талап ителә. Шуға ла бындай күнегеүҙәр хәлде аныҡ баһаларға өйрәнеү, тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бик мөһим, ти белгестәр.  

Фото №1 - Пациенттар запас ишектән эвакуацияланды, иҫен юғалтҡан табиптың береһен күтәреп сығарырға тура килде

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ