Республикала халыҡ-ара сара 3-сө тапҡыр ойошторола. Жюри ағзалары 300 заявка араһынан 5 илдән 12 ҡатнашыусыны һайлап алған. Рәсәй музыканттары менән бергә конкурста Германия, Бразилия, Япония, Көньяҡ Корея илдәре вәкилдәре ҡатнаша.
Еңеүсегә бүләккә Джузеппе Педрацини 1918 йылда эшләнгән скрипка әҙерләнгән. 2-се һәм 3-сө урындарҙы яулаусылар Николь КоссЕн менән Игорь Улицкийҙың скроипкаларына эйә була. Владимир Спиваков еткәләгән жюри составында донъяның танылған музканттары. Конкурс өс көн дауам итә. Еңеүселәр 25 нояборҙә билдәләнә, ә 26-да «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Гала-концерт уҙа. Дирижер пультын Владимир Спиваков үҙе етәкләй.
Гөлдәриә Йосопова




