79 мең дана самаһы препарат республика пункттарына таратыла. Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова онлайн брифингта белдерҙе.
Республикала коронавирустан вакцина алырға тейешлеләрҙең 66 процентҡа яҡыны иммунизация үткән. Өфөләге пункттарҙа прививка булыуын Telegram-ботта тикшерергә була. Берҙәм бәйләнеш телефоны: 122.







