Батырҙар юлы буйлап. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмаһының Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды Луганск республикаһына сәфәргә сыҡты. Әле төркөм Новошахтинск ҡалаһында. Отряд етәксеһе Тимерйән Рәжәпов:
Сәфәргә юлланыусылар араһында Өфөнөң Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 4-се мәктәбе уҡытыусыһы Виталий Иванов та бар. Ул тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренән дәрес бирә. “Данлыҡлы дивизия юлынан үтеү бик тулҡынландырғыс ваҡиға”, ти ул.
Луганск республикаһындағы Петровское ҡалаһы мәктәбе Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөтә. Быйыл май айында унда Рәсәй Геройына бюст асылды. Батырҙың һәләк булған урыны - Штеровка ауылында һәйкәл урынлаштырыу ҡарала. Уның майҙаны әҙер, тип белдерәләр ауыл биләмәһенән.







