Өфөләге парк Рауил Бикбаев исемен ала

Өфөнөң Көньяҡ биҫтәһендәге яңы паркка халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исемен биреү тәҡдим ителә. Башҡортостан парламентындағы эксперттар советы уны хуплаған. “Рауил Бикбаев уҡыусыларға бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Ул 2008 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды. Уның әҫәрҙәрен танытыу һәм исемен мәңгеләштереү -мөһим эш”, тип белдергән парламент рәйесе Константин Толкачев. Беҙҙең арала булһа шағирға быйыл 12 декабрҙә 83 йәш тулыр ине.

Фото №1 - Өфөләге парк Рауил Бикбаев исемен ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ