Башҡортостанда коронавирусты тағы 674 кеше йоҡторған

Республикала прививка алырға тейешлеләрҙең 67 процентҡа яҡыны вакцина яһатҡан. Ике компонентты ла 1 миллион 654 мең кеше эшләткән. Өфөлә коллектив иммунитҡа өлгәшелгән, халыҡтың 82 проценты вирустан вакциналанған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә сирҙән 31 кешенең ғүмере өҙөлгән, 674 кешелә инфекция асыҡланған. Пандемия башланғандан алып, 102 меңдән ашыу кешегә “ковид-19” диагнозы ҡуйылған. 3 меңдән ашыу кеше коронавирустан вафат булған. 

Фото №1 - Башҡортостанда  коронавирусты тағы  674 кеше йоҡторған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ