Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә фотоһүрәттәр менән уртаҡлашҡан. “Әкиәт” скверында балалар уйын майҙансығы, спорт тренажерҙары урынлаштырылған, әкиәт геройҙары һындары ҡуйылған. “Йондоҙло” скверында балалар уйын комплексы барлыҡҡа килгән, воркаут майҙансығы эшләнгән. Киләһе йылда фонтан ҡуйыла. “Ҡояшлы” экопаркында яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйылған, видеокүҙәтеү урынлаштырылған, тип яҙа Радий Хәбиров.







