Конкурс онлайн-форматта уҙғарыла, унда ҡатнашырға теләүселәр туған телдә туй йолаһын видеоға төшөрөп ебәрергә тейеш. Жюри эштәрҙе Учалы филармонияһының концерт залында баһалай, ти режиссер-ҡуйыусы, конкурстың координаторы Гөлназ Ғайсарова.
“Етегән йондоҙ” фестивале Учалыла өсөнсөгә ойошторола, быйыл конкурс 17 декабрҙә уҙа.







