Улар Йәрми, Түбәнге Әлкәш һәм Гөлөк ауылдарында урынлаша. Әле ФАП-тарҙы йыйыу тамамланған, һыу үткәреү эштәре бара. “Гөлөктәге медицина учреждениеһы күрше Иҫке Уртай ауылы халҡын да хеҙмәтләндерәсәк”, - ти Иҫке Байыш ауыл биләмәһе башлығы Илдус Хәмиев.
Быйыл Башҡортостанда 73 модулле фельдшер-акушер пункт файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе йылға 44 ФАП төҙөү планлаштырыла.




