Республика үҫеш корпорацияһы эшҡыуарҙар өсөн проекттар тәҡдим итә

Республика үҫеш корпорацияһы төбәккә эре инвесторҙар йәлеп итеү менән бер рәттән, урындағы эшҡыуарҙар өсөн  әҙер  проекттар тәҡдим итә. Быйыл корпорация бизнесмендар өсөн  28 кейс булдырған, тағы 30 проект әҙерлек өҫтөндә. Улар араһында Александр Семак исемендәге боҙ комплексын айырым билдәләп үтергә мөмкин. Үҫеш корпорацияһының генерал директоры Наил Ғәббәсов һөйләй.

Республика үҫеш корпорацияһы эшҡыуарҙар өсөн проекттар тәҡдим итә

Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, сәнәғәт, юл буйы сервисы һәм ауыл хужалығы өҫтөнлөклө өлкәләр һанала. Был тармаҡтарға дәүләт тарафынан  ярҙам булыуы менән аңлатыла. Инвесторҙар һәр яҡлап  Корпорацияға мөрәжәғәт итә ала. 

Республика үҫеш корпорацияһы эшҡыуарҙар өсөн проекттар тәҡдим итә

Яңы предприятиелар асыу социаль яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, Корпорация резиденттарының береһе 800 вакансия әҙерләй, 1500 кеше өсөн эш урыны булдырыла.

Фото №1 - Республика үҫеш корпорацияһы эшҡыуарҙар өсөн проекттар тәҡдим итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ