Мәрхәмәтле мөхит

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектә ойошторолған марафоны дауам итә. Сюжетыбыҙҙың бөгөнгө геройы Өфөлә йәшәүсе Софья Старикова. Ул йөрәк сиренән яфалана. Балаға Республика кардиология үҙәгендә операция бушлай, әммә йөрәккә ҡуйыласаҡ махсус ҡоролма - окклюдер өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Уның хаҡы 239 мең 200 һум. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнә.

Фото №1 - Мәрхәмәтле мөхит

7 йәшлек Софья Старикова бешеренергә ярата. Бөгөн ул әсәһе һәм бер туған апаһы менән бергә алма бәлешен әҙерләй. Береһе емеш турағанда, икенсеһе ҡамыр баҫа. Бәлеш әҙер булғансы, ҡыҙҙар өйгә эштәрен ҡарарға ла онотмай. Софья беренсе синыфта... Уҡырға теләге ҙур булған бала мәктәп программаһын үҙләштереүҙә лә һынатмай.

Софья Старикова: «Мин бейергә яратам. Сәхнәлә лә, боҙ өҫтөндә лә бейегем килә. Конькиҙа йөрөргә өйрәнергә теләгем ҙур. Үҫкәс табип булырға теләйем».

Софья киләсәктә табип булып ауырыуҙарҙы дауалау хыялы менән йәшәй. Тик маҡсатын тормошҡа ашырыр өсөн өй шарттарында белем алған ҡыҙға һауығырға кәрәк. Өс айлыҡ сағынан йөрәк сиренән яфаланған бала даими табип күҙәтеүендә. Диагноз Софьяға өс йәшендә ҡуйыла.

Василина Старикова, Софьяның әсәһе: «Табиптар Софьяға операцияны тиҙ арала эшләргә кәңәш итә. Һуңға ҡалған осраҡта хәлдең ҡатмарлашыуы ихтимал. Өмөт ҙур, әлбиттә. Операция уңышлы үтһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ».

Софьяның хыялын тормошҡа ашырырға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн 5542 һандарына «Дети» һүҙен яҙып смс-хәбәр ебәреү ҙә етә. Бер смс хаҡы - 75 һум. Мәрхәмәтле булайыҡ!

5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып ебәрергә кәрәк. СМС-хәбәр хаҡы - 75 һум.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ