Билдәле йырсы Диана Гурцкая Өфө һуҡырҙарын яҡлап сығыш яһаны

Билдәле йырсы Диана Гурцкая Өфө һуҡырҙарының мәнфәғәтен яҡлап генераль прокуратураға һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итте. Күреү һәләте сикләнгәндәрҙең проблемаһын беҙҙең канал яҡтыртҡайны. Асыҡланыуынса инвалидтар эшләгән предприятиены һатыуға сығарыла.

Завод етәкселеге һуҡырҙар урамда тороп ҡалмапясаҡ, ти вәғәҙәләй. Ләкин был һүҙҙә генә. Хеҙмәткәрҙәр берҙән-бер килем сығанағынан ҡолаҡ ҡағыуҙан ҡурҡа.

Бөгөн күреү һәләте сикләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең пландан тыш ял көнө. Предприятие эшселәре Мәскәү комиссияһын көтә. Йәнәһе лә, ил баш ҡалаһы ҡунаҡтары Өфө һуҡырҙарының проблемаһын хәл итәсәк. Кире сораҡта бар эшселәр урамда тороп ҡаласаҡ.

Мин тома һуҡырмын. Заводты япһалар, башҡа барыр ерем юҡ. Өйҙә ултырырға тура килер инде. Был предприятие беҙҙең өсөн берҙән-бер килем алыу сығанағы.

Наталья Павлова 

Мәскәү ҡунаҡтары иһә был хәлгә юл ҡуймаҫҡа вәғәҙәләй. Хатта, завод ябыла тигән хәбәрҙең ҡайҙан барлыҡҡа килеүен дә аңламай.

Ә бит урындағы етәкселек журналистарға предприятиеның һатыласағын хәбәр иткәйне. Йәнәһе лә, завод Стәрлетамаҡтағы кеүек үк ябыла, ә хеҙмәткәрҙәр урамда тороп ҡаласаҡ. Мәсьәлә адвокат Булат Сафин ярҙамында резонанс тыуҙырҙы. Хәҙер был проблема менән прокуратура шөғөлләнә. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла предприятие етәкселеге менән осрашты.

Предприятие «Белавтодеталь» заводы филиалы. Беҙ уның етәкселеге һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте менән осрашып фекер алыштыҡ. Иң мөһиме заводты һаҡлап ҡалыу буйынса етди позиция күрҙек. Тимәк, предприятиены үҫтереү тураһында ғына һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

«Белавтодеталь» заводы филиалында килеп тыуған мәсьәлә тотош системала проблема барлығын асыҡланы. Ленара Иванова әйтеүенсә, оҙаҡламай сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән осрашып барлыҡ инвалидтар эшләгән предприятиеларҙы ла модернизациялау, сеймал , заказдар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Фото №1 - Билдәле йырсы Диана Гурцкая Өфө һуҡырҙарын яҡлап сығыш яһаны
Башбат

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ