Бөгөн Өфөнөң Сочи урамында ер аҫты үткәүеле файҙаланыуға тапшырылды

Тоннелде асыу тантанаһында Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, баш ҡала мэры Сергей Греков һәм юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппе ҡатнашты.

Оҙонлоғо 110 метрға еткән үткәүел видеокүҙәтеү, хәрәкәт датчиктары нигеҙендә эшләүсе яҡтыртҡыстар, аҙ мобилле граждандар өсөн пандустар менән йыһазландырылған. Объекттың  өсөнсө сығыу урыны Ағиҙел ярына сығыу өсөн иҫәпләнгән.

Ер аҫты үткәүеле юл йөрөүселәр хәрәкәтен ябайлаштырыуға йүнәлтелгән. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары мөһим объект мөмкинлектәрен юғары баһалар тигән өмөттәмен. Конструкция Ағиҙел яр буйын төҙөкләндереү проекты сиктәрендә төҙөлдө. Оҙаҡламай бында төрлө уңайлыҡтар булдырыласаҡ

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры

Дуҫлыҡ Монументы майҙанында боронғо хайуандар һөйәктәре табылыу сәбәпле, төҙөлөш эштәре ярты йылға туҡтатылғайны. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле булған юл участкаһындағы үткәүелде граждандар көтөп алған. Ниһайәт, хәҙер йәйәүлеләр һәм велосипедсылар  конструкция менән  хәүефлек өсөн борсолмай файҙалана ала.

Фото №1 - Бөгөн Өфөнөң Сочи урамында ер аҫты үткәүеле файҙаланыуға тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ