Был турала бөгөн ведомство етәксеһе Наил Ғәббәсов белдерҙе. Эш башлаған предприятие-ойошмаларҙан тыш, тағы ла 91 инвестиция проектын йәлеп итеү буйынса әҙерлек бара. Улар ярҙамында 6 мең тирәһе эш урыны асырға мөмкин. Инвесторҙарҙы Башҡортостанға килтереү буйынса төрлө алымдар ҡулланыла.
Мәҫәлән, айырым иҡтисади зоналар, йылдам үҫеш биләмәләре булдырыла. «Алға» зонаһында ғына 10 резидент эш башлай, улар һалған аҡса күләме 23 миллиард һум тирәһе. Был предприятиелар уңышлы эшләп китһен һәм эшмәкәрлеген ныҡлап йәйелдерһен өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Рәмзиә Кәримова




