Янғын хәүефһеҙлегенә социаль гарантиялар

Был проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Өфөнөң Ленин районында яңғыҙ көн итеүселәргә, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары адреслы тапшырыла. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Нәсимә Ғабдулла ҡыҙы ҡартылығында яңғыҙы ғүмер итә. Ҡыҙы Краснодар крайында төпләнгән, ә берҙән-бер улы утыҙ йыл элек Таулы Ҡарабахта ҡыҙыу нөктәлә вафат булған. Тормош иптәше лә улы вафатынан һуң күп тормай, баҡыйлыҡҡа күсә. Һикһәнде ваҡлаусы өлкән йәштәге ханым дәүләт тарафынан яҡлаулы булыуына ҡыуаныс тойғолары кисерә.

Ҡартлыҡ көнөндә уға социаль хеҙмәткәр беркетелгән, яңғыҙы көн иткәс, янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеүҙе хөкүмәт үҙ яуаплылығына алған. Бөгөн Нәисмә Зарипованың йортонда өр-яңы яңғын хәүефһаҙлеген иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйылды.

Любовь Чувилина 19 йыл дауамында фалиждан интегеүсе тормош иптәшен тәрбиәләй. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән өлкән быуыын вәкилдәре янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҡорамалдар бушлай тапшырылыуына рәхмәтле.

Беҙгә янғындан нисек һаҡланыу хаҡында мәғлүмәт екергән хеҙмәткәрҙәргә, беренсе төрөкм инвалидтары хаҡында хәстәрлек күрергә ҡушҡан республика Башлығына рәхмәтлебеҙ.

 Любовь Чувилина, Өфөлә йәшәүсе

Йыл башынан башҡалала ете йәшкә тиклем һәм күмәк бала тәрбиләгән ғаиләләргә, 55 йәштән өлкән булған яңғыҙ ғүмер итеүселәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән граждандар торлағына 7000 ашыу янғын сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар бушлай ҡуйылған.

Төтөнгә һиҙгер янғын иҫкәртеү ҡорамалдары кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙа әллә күпме тапҡыр ярҙам итте . Уның сиренаһын йыш ҡына күршеләре ишетеп ҡалып, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра, кешеләр тиҙ арала эвакуациялана. 

Илдар Мостафин, Өфө ҡалаһы янғындан һаҡлау идаралығының Ленин районы буйынса янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге мөдире

Янғындарҙы иҫкәтреү эше артабан да дауам ителеп, яҡын киләсәктә социаль яҡлауға мохтаж барлыҡ граждандар ҙа хәүефһеҙлек техникаһы менән тәьмин ителәсәк тип күҙаллана.

Минең ҡулымда янғын осрағын иҫкәртеүсе ҡорамал. Уның ауырлығы ни бары ике йөҙ грамм.Уны нисек ҡорау һәм ҡулланыу хаҡында иҫкәрмәһе лә бар. Батарейкалары бер йылға етәсәк ти белгестәр. Янғынға юл ҡуйғансы, уны ошо ҡорамал ярҙамында иҫкәртеүе күпкә яҡшыраҡ бит.

Фото №1 - Янғын хәүефһеҙлегенә социаль гарантиялар
Выборы 2026

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ