Шыршы, ҡарағайҙарға фитосанитар күҙәтеү

 Үҙәк ғилми-методик ветеринария лабораторияһының Башҡортостан филиалында экспортҡа оҙатыласаҡ ылыҫлы ағастар тикшереү үтә. Ботаҡтар ҡабыҡтан таҙартылып, бәләкәй киҫәктәргә турала һәм бер тәүлеккә махсус ҡатнашмала ҡалдырыла.

Артабан белгестәр микроскоп аша унда йомро селәүсендәрҙең бер төрө – нематода булыу-булмауын ҡарай. Улар донъяла иң хәүефле ҡоротҡос һанала. Әлегә Рәсәйҙә теркәлмәһә лә, сит илдәрҙә, айырыуса Америкала киң таралып, йәшел ҡалҡанға ҙур зыян килтергән. Ошоға бәйле ағас эшкәртеү предприятиелары миллиондарса доллар зыян күргән. Республика белгестәре билдәләүенсә, һатыуға сығарылған ылыҫлы ағастар һәр ваҡыт контролдә булырға тейеш.

Башҡортостанда Яңы йыл ҡупшыҡайының төп тәҡдим итеүселәре Белорет, Йылайыр һәм Учалы райондары. Шуға күрә был биләмәләрҙә карантин объекттар барлығы етди тикшерелә, феромон ҡапҡандар ҡуйыла. Экспортҡа оҙатыласаҡ ылыҫлы ағастар алдан әҙерләнә. Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәргә оҙатыласаҡ Тауар өлгөләре мотлаҡ рәүештә экспертиза үтә.

Фото №1 - Шыршы, ҡарағайҙарға фитосанитар күҙәтеү

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ