Аҡъярҙа йүнселдәр өсөн ике коворкинг-үҙәк асылды

Объекттар «Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә ойошторолған. «Балта» үҙәген булдырыу - эшҡыуар Рәмил Билаловтың идеяһы. Унда һөнәрселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн эш шарттары булдырылған.

Лилиә Биксембәтова асҡан «Әҙилә» майҙансығында көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүселәр – сәс алыусы, тырнаҡ буяу оҫталары һәм башҡалар эшләйәсәк. Урында оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн дә майҙансыҡ  бар.

Үҙәктәрҙе сафҡа индерергә 2 миллион һум аҡса йүнәлтелде. урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында бина төҙөкләндерелде. объект халыҡ өсөн файҙалы булыр тип ышанабыҙ.

Наил Байғусҡаров, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы урынбаҫары
Фото №1 - Аҡъярҙа йүнселдәр өсөн ике коворкинг-үҙәк асылды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ