Онотолмаҫ осрашыуҙар. «Ашҡаҙар» радиоһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы берлектәге проекты дауам итә.
Мәҙәни саралар күп, әммә «Онотолмаҫ осрашыуҙар» проектының үҙенә генә хас сифаттары бар. Бында һөйләшеү дуҫтарса, йылы шарттарҙа уҙа. Сараға төп геройҙан тыш әҙиптәр ҙә, журналистар ҙа саҡырыла. Пандемия талаптарын иҫәпкә алып йәштәр осрашыуҙа онлайн форматта ҡатнаша, йәғни, Ютуб каналы аша трансляциялана. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был проект үҫеп килгән быуынды билдәле шәхестәребеҙ, мәҙәниәтебеҙ, әҙәбиәтебеҙ менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
«Онотолмаҫ осрашыуҙарға» был юлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров саҡырылғайны.
Илгиздең репертуары бай, уның ижади һандығында 70-тән ашыу роль. Сәхнә оҫтаһы тамашасыларға режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» фильмында Шәйехзада Бабич ролен башҡарыусы булараҡ та билдәле.
Рәмзиә Кәримова




