Боҙ майҙансығы – сәләмәтлек биләмәһе

Ауылдарҙа хоккей коробкалары, һырғалаҡтар асыла. Ҡышҡы спорт миҙгеленә әҙерлекте Баймаҡ районында тәүгеләрҙән булып Ниғәмәт ауылы халҡы башланы.

Хоккей ҡумтаһы әҙер, хәҙер уны һыу менән тултырыу ҡалды. Ниғәмәт халҡы көн дә йылға буйына килә. Тәүлегенә яҡынса 100 тонна һыу һиптерелә.

Урындағы бала-саға хоккей майҙансығының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Барыһының да тиерлек махсус формаһы, коньки менән сәкәне лә бар. Әлегә йәш спортсылар йылға өҫтөндә боҙ ҙа шөғөлләнә.  

Ниғәмәттәр икенсе йыл ҡышҡы спорт миҙгелен махсуслаштырылған майҙансыҡта ҡаршы ала. Хоккей ҡумтаһы – «Сәләмәт ауыл» муниципаль конкурсында еңеүҙең һөҙөмтәһе.

Һуңғы йылдарҙа күп кенә ауылдарҙа йыһазландырылған хоккей майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Тимәк, ҡышҡы спорт төрөн үҙ итеүселәргә боҙҙа шыуырға, сәкән һуғырға, саф һауала әүҙем тормош алып барырға мөмкинлектәр тыуҙырала.

Фото №1 - Боҙ майҙансығы – сәләмәтлек биләмәһе

Әлфиә Хәмитова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ