Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы ВУЗдарға конкурсһыҙ инеү мөмкинлеге биргән Олимпиадалар исемлеген раҫланы. Башҡорт дәүләт университеты 10-11 кластар араһында туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса олимпиада ойоштороусыларҙың береһе. Федераль конкурс шарттары һәм талаптар тураһында университеттың башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина һөйләй.
Олимпиада тураһында тулы мәғлүмәттәр Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты сайтында урынлаштырылған. Унда 30 ноябргә тиклем теркәлергә кәрәк. 1 декабрҙән һайлап алыу этабы башлана.







