Яңы аппараттар Стәрлетамаҡта ҡуйыла. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, был ҡалала атмосфераға сығарылған зарарлы матдә күләме Өфөнән генә ҡалыша. Стәрлетамаҡта тағы өс автоматлаштырылған станция булырға тейеш, тине Хөкүмәт рәйесе. Башҡортостанда шулай уҡ Өфө, Салауат һәм Сибай ҡалаларында һауа сифатына контролде көсәйтергә тәҡдим ителә.







