Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан шул турала белдерәләр. “Аркада” предприятиеһы эш һәм спорт кейеме тегеү фабрикаһын аса, “Ҙур” ойошмаһы диодлы яҡтыртҡыстар етештереүҙе яйға һала. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе былтыр Стәрлетамаҡ һәм Ишембай янында булдырылды. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, әле 10 компания резидент статусына эйә.







