Өфөнөң Киров районына ҡараған «Йәшел морон» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәргә участкаларына барып етер өсөн, соҡор-саҡырлы дүрт саҡрым юл аша үтергә тура килә. Яҙғыһын һыу ташҡанда кәмәлә йөҙәләр. Ҡышҡыһын проблемалы участка ҡар ятып ҡына тигеҙләнә. Урындағы халыҡты борсоған мәсьәлә менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Василевскийҙың Өфөлә фатиры булыуға ҡарамаҫтан, ҡала ситендә йәшәүҙе хуп күрә. Әммә «Йәшел морон» баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан дачаға барып етеү, бигерәк тә, яҙғы осорҙа оло һынауға әйләнә. Соҡор-саҡырҙы хатта, бейек тәгәрмәсле автомобилдә үтеү ҙә ауырға төшә. Юл участкаларының бер өлөшө бөтөнләй һыу аҫтында ҡала.
Ташҡын мәлендә урындағы халыҡҡа машиналарын кәмәгә алыштырырға тура килә. Иң хәүефлеһе ашығыс хеҙмәттәр баҡсасылар ширҡәтенә үтә алмай. Биләмәлә сирек быуаттан ашыу йәшәүселәр билдәләүенсә, ҡарауһыҙ, ташландыҡ хәлдә ҡалған юлда ҡасандыр төҙөкләндереү эштәре лә уҙғарылған булған.
«Йәшел морон» баҡсасылар ширҡәте Өфөнөң Киров районына ҡарай. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, юл документтар буйынса бар. Уны муниципалитеттың төҙөкләндереү буйынса ойошмаһы хеҙмәтләндерә. Юл ситендәге сүп-сар йыйыла, участка ҡарҙан таҙартыла. Әммә капиталь ремонт башҡарыу уларҙың яуаплылығында түгел. Шулай ҙа киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары барлана.
Баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр һуңғы өс йыл юл проблемаһына бәйле төрлө ведомстволарға мөрәжәғәттәр ҙә ҡалдырған. Әммә әлегә участкала ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Соҡор-саҡырҙар тик ҡар аҫтында ҡалып ҡына тигеҙләнә.
Гөлназ Хәйбуллина




