Бөрө ҡалаһында «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» дәүләт программаһында 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан

Оло йәштәгеләр араһында тормошҡа ашырылған проект быйыл да дауам итә. Был юлы сара «Башҡортостандағы оҙон ғүмерлелек» исеме аҫтында хаҡлы ялдағыларҙы уҡытыуҙан тыш, республика тәбиғәтенә бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеген дә бирә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Оло йәштәге ханымдар башҡорт бейеү сәнғәте нескәлектәренә төшөнә. Аяҡ-ҡулдар хәрәкәте үҙенә күрә спорт күнекмәһе тиһәң дә яңылыш булмаҫ. Милли хореографияға хәрәкәттәр ҙә бит көнкүреш тормошҡа нигеҙләнгән. Ә улар пенсия йәшендәгеләргә бик тә кәрәк. Рәүнә Фәхрисламова Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен медицина өлкәһенә арнаған ханым бөгөн ваҡыт табып төбәк проектына ҡушылған.

Әлбиттә, төбәк проекты сиктәрендә оло йәштәгеләр бейеүҙән тыш, тиҫтәләп төр курс та үтә. Компьютер менән эш итә белеү шуларҙың береһе. Улар араһында тимер юлы, нефть һәм газ етештереү өлкәһенә эшләп хаҡлы ялған сыҡҡан Фирҙәүес Нуретдинов та бар. Әйткәндәй, ул аҙна аҙағында 70 йәшен билдәләйәсәк.

Әлбиттә, баҡсасылар ҙа күңеленә яҡын шөғөл таба ала. Был йәһәттән, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы педагогтары ярҙамға килә. Улар баҡса үҫтереү, ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәш ысулдары кеүек дәрестәр алып бара.

Башҡортостанда «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» дәүләт программаһы 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөрө ҡала һәм районы халҡы проекттың уңышлы булыуын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә 2500-ҙән ашыу оло йәштәге кеше белем эстәгән. Быйыл программаға тағы ла 110 кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

Фото №1 - Бөрө ҡалаһында «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» дәүләт программаһында 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ