"Салауат Юлаев", алға! Бөгөн халыҡ батыры исемен йөрөткән хоккей клубының тыуған көнө. Уға 60 йыл. “Салауат Юлаев” көйәрмәндәрҙе әленән-әле сағыу еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Ул Рәсәй чемпионы булды, Гагарин Кубогын яуланы. “Спортсыларҙың боҙға сығыуын көтөп алабыҙ”, ти хоккей яратыусылар.
Бөгөн "Салауат Юлаев" спортсылары Континенталь лигала сираттағы уйынын уҙғара. Баш ҡалаға Мәскәү өлкәһенән "Витязь" килә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы уйын барышын тура эфирҙа күрһәтә.




