Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында мал ауырыуына бәйле карантин иғлан ителде

Ауылда 17 шәхси хужалыҡта һәм ике крәҫтиән-фермер хужалығында һыйырҙарҙа нодуляр дерматит ауырыуы асыҡланған. Йоғошло сир таралмаҫ өсөн хәүефһеҙлек саралары күрелә – ауырыу мал юҡ ителгән. “Яҡын-тирәләге һыйырҙарға прививка яһау башлана”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов.

Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында мал ауырыуына бәйле карантин иғлан ителде

Нодуляр дерматит йоғошло ауырыуҙарҙан һанала. Малдың күҙ, тын юлдары, аш һеңдереү, лимфа системаһы зарарлана, төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Һыйырҙың һөтө ҡуйыра, алһыу төҫкә инә.

Фото №1 - Баймаҡ районы 1-се Төркмән ауылында мал ауырыуына бәйле карантин иғлан ителде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ